0%

Яҙ(шиғыр). Миңлегөл Хисмәтуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙ ( шиғыр )
автор Миңлеяр Хисмәтуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Яҙ


Тау баштары ала-сола,
Бына шулай яҙ килә.
Гөрләүектәр гөрләп аға,
Ҡояш ҡыуанып көлә.
Сыптыр-сыптыр сыптырлап,
Көн дә беҙ һыу кисәбеҙ.
Итеккә һыу тулды ниһә,
Ботинкаға күсәбеҙ.
Шарлауыҡта йөҙҙөрәбеҙ,
Яһап ағас пароход.
Пароходта килә матрос,
Исеме уның Әхәт.
Ағас Әхәт кенә бит ул,
Яһап ҡуйҙыҡ үҙебеҙ.
Үҙе хәс тә ысын Әхәт —
Берәр килеп күрегеҙ.
 
 


2006 йыл